Милли проекттар
5 Сентября 2021, 11:00

Сәнғәткә яңы һулыш өҫтәр

"Октябрьский музыка колледжы – һәр яҡлап үҙенсәлекле учреждение. Ул киләһе йыл яңынан үҙ ишектәрен асасаҡ".

Сәнғәткә яңы һулыш өҫтәрСәнғәткә яңы һулыш өҫтәр
Сәнғәткә яңы һулыш өҫтәр

Кисә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһындағы музыка колледжында булды, әле унда капиталь ремонт бара.

Уҡыу йорто директоры Дамир Әхмәтов һөйләүенсә, учреждениеға 1969 йылда нигеҙ һалынған, Октябрьский музыка училищеһы эшмәкәрлеген дауам итә. Унда инструменталь, яңғыҙ һәм хорҙа башҡарыу, дирижерлыҡ итеү, музыка теорияһы буйынса уҡыталар.

Октябрьский колледжы республиканың көнбайышындағы ун райондың балалар музыка мәктәптәре өсөн методик үҙәк тә булып тора. Унда Өфө, Ҡазан, Мәскәү, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан тәжрибәле белгестәр ҡатнашлығында педагогик уҡыуҙар ойошторола. Колледж сәхнәһендә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән артистар күпләп сығыш яһаған.

Мәғариф учреждениеһы үҙ тарихында мең ярым самаһы белгес әҙерләгән. Йыл һайын сығарылыш уҡыусылары илдең төрлө музыкаль уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итә. Колледждың ижади коллективтары Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара фестивалдәр лауреттары булыуға өлгәшкән.

2021 йылда бинала ремонт эштәре башланған, ошо маҡсатта 179,2 миллион һум аҡса бүленгән. Быйыл йыйылыҡ трассаһын, һыу үткәргесте, эске электр селтәрен һәм өсөнсө-дүртенсе ҡаттарҙағы системаларҙы монтажлағандар.

– Октябрьский музыка колледжы – тышҡы яғынан да, мәҙәни-белем биреү йөкмәткеһе буйынса ла үҙенсәлекле учреждение. Былтыр уға капиталь ремонт талап ителеүҙе тикшергәндә булдым. Коронавирусҡа бәйле ауыр осорға ҡарамаҫтан, республика ошо маҡсатҡа 170 миллион һумдан ашыу аҡса күсерҙе. Ремонт график буйынса бара, киләһе йылда яңырған колледж бинаһы яңынан үҙ ишектәрен асасаҡ, – тине Радий Хәбиров.  

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Мәҙәниәт” милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Колледжды реконструкциялау ошо бурысты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сәнғәткә яңы һулыш өҫтәр
Сәнғәткә яңы һулыш өҫтәр
Сәнғәткә яңы һулыш өҫтәр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас