Милли проекттар
5 Сентябрь 2021, 07:30

"Тиҙ экспорт ярҙамы" һөҙөмтәле эшләй

Былтыр 17 компанияға бөтәһе 13,2 миллион һум күләмендә грант бирелгән, ә быйыл 30 миллион һум ҡаралған.

"Тиҙ экспорт ярҙамы" һөҙөмтәле эшләй"Тиҙ экспорт ярҙамы" һөҙөмтәле эшләй
"Тиҙ экспорт ярҙамы" һөҙөмтәле эшләй

“Тиҙ экспорт ярҙамы” проекты булышлығында күп компаниялар үҙҙәре етештергән продукцияны экспортҡа сығара башланы: “Таҙа һауа” (йорт һәм коммерция биналарын елләтеү өсөн технологик ҡорамалдар), “ЗПИ Альтернатива” (пластмасса әйберҙәре етештереү), “Үлсәү ҡорамалы заводы” үлсәү заводы, Виктория Хажиеваның крәҫтиән (фермер) хужалығы (бал, балауыҙ, кәрәҙҙәге инә ҡорт күҙәнәге, прополис һәм башҡалар),  “Юрал Тейстес Трейдинг” (шәкәр, шоколад, шәкәрле кондитер изделиеларын күмәртәләп һатыу).

– “Тиҙ экспорт ярҙамы”н федераль кимәлдә нығытып, уны башҡа төбәктәрҙә таратыуҙы тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан предприятиеларының “Тиҙ экспорт ярҙамы”н алыуға ҙур ҡыҙыҡһыныуы заман иҡтисады шарттарында был булышлыҡ сараһының көнүҙәк булыуын күрһәтә. Сифатлы экспорт аудиты республика компанияларына тышҡы баҙарға киң йүнәлеш юлын һайлауға һәм экспорт тапшырмаларының һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк, – ти Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев.

Экпорт менән мәшғүл эшҡыуарҙарға төбәк кимәлендә тағы ла бер финанс ярҙамы бар – “экспорт кешбэгы". Ул - Рәсәй биләмәһенән ситкә тауар сығарған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидия төрөндәге булышлыҡ.

Грант экспорт килешеүе буйынса килгән аҡсаның ун проценты күләмендә бирелә. Шул уҡ ваҡытта уның күләме алдағы йылда Башҡортостан бюджетына түләнгән һалым һәм йыйымдар суммаһының илле процентынан артмаҫҡа тейеш.

Былтыр 17 компанияға бөтәһе 13,2 миллион һум күләмендә грант бирелгән, ә быйыл 30 миллион һум ҡаралған.

Әле экспорт менән мәшғүл эшҡыуарҙар өсөн республикала уңайлы шарттар тыуҙырылған. Быйылғы алты айҙа Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2,150 миллиард доллар тәшкил иткән, былтырғы ошо ваҡытҡа ҡарата 15,9 процентҡа күп. Шул уҡ ваҡытта экспорт күләме 1,7 миллиард доллар тәшкил итһә (былтыр ошо ваҡытҡа ҡарата 11,2 процентҡа юғары), импорт – 430 миллион доллар (былтырғы ошо ваҡытҡа ҡарата 39,7 процентҡа юғары).

Шуны ла билдәләргә кәрәк, “Тиҙ экспорт ярҙамы” Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын үтәүгә булышлыҡ итә.

Автор фотоһы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас