Проекттың маҡсаты – һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға уңайлы уҡыу шарттары тыуҙырыу. Бындай уҡыусылар белем биреү программаларын яҡшыраҡ үҙләштерәсәк, һөнәр һайлап, тормошта үҙ урынын табасаҡ. “Изгелекле мәктәп”тәрҙәге уңайлы шарттар мәктәп инфраструктураһын яңыртыу иҫәбенә булдырыласаҡ.
Тантаналарҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм республиканың фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева ҡатнашты. Улар был эштең мөһимлеген билдәләп, балаларға уңыштар теләне.
“Изгелекле мәктәп”тәрҙәге уҡыу бүлмәләре, оҫтаханалар, коррекция-үҫеш йүнәлешендәге, өҫтәмә белем биреү кабинеттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Бындай мәктәптәр бығаса Октябрьский һәм Бәләбәй ҡалаларындағы коррекция мәктәптәрендә асылғайны.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан