

"Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Ағиҙел ҡалаһының Спорт һәм ял үҙәгендә Беренсе класс уҡыусыһы көнө һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының асыҡ ишектәр көнө үтте. Ҡала халҡына бар мөмкинлектәрен күрһәтеү уңайынан, был өлкәнең бөтә йүнәлештәре – мәҙәниәт, спорт, мәғариф – вәкилдәре бер урынға йыйылды.
Майҙансыҡтарҙа ижади һәм спорт сығыштары булды, байрамға килеүселәр өҫтәмә белем биреү учреждениеларының эш йүнәлештәре (робот техникаһы һәм башҡалар) менән танышты. Ағиҙел ҡалаһының йәш быуын вәкилдәре оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, тәрбиәселәр менән кәңәшләшеп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған йүнәлештәрҙе һайланы, ә ата-әсәләр үҙҙәре өсөн баланы алып бараһы урынды асыҡланы. “Ағиҙел” спорт һәм ял итеү үҙәге тәҡдим иткән хеҙмәттәр менән да таныштылар. “Уфанет” компанияһы балалар өсөн күңел асыу майҙансыҡтары, фотозоналар ойошторҙо.
Бик кәрәкле, файҙалы был көн ата-әсәләргә, балаларға "ниндәй өҫтәмә белем алырға?" тигән һорауҙы асыҡларға ярҙам итте.
Матур сара дәүләт президенты В.В. Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән “ Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың бер сағылышы булып тора.
Cығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан