Милли проекттар
6 Сентябрь 2021, 12:15

Эш эҙләүселәр өсөн яңы мөмкинлек

Йыл башынан алып республикала мәшғүллек хеҙмәттәре ярҙамында 70,3 мең кеше эшкә урынлаштырылған.

Эш эҙләүселәр өсөн яңы мөмкинлекЭш эҙләүселәр өсөн яңы мөмкинлек
Эш эҙләүселәр өсөн яңы мөмкинлек

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм рекрутинг компаниялары араһында төҙөлгән килешеүҙәр нигеҙендә  июнь-август айҙарында республика халҡы өсөн 24 вебинар үткәрелгән. Уларҙа эш эҙләүсе  биш меңгә яҡын кеше, эш биреүсе һәм мәшғүллек хеҙмәттәре белгестәре ҡатнашҡан. 

– Бындай онлайн-саралар - халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеүҙә яңы йүнәлеш. Күптәр был мөмкинлектән  әүҙем файҙалана.Эш биреүселәр һәм эш зҙләүселәр өсөн  берҙәй файҙалы проект булды,– тине министрҙың беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.

Онлайн-семинарҙарҙа эште нисек эҙләү, пандемия осоронда өйҙән тороп эшләүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, резюмеларҙы дөрөҫ тултырыу тураһында кәңәштәр бирелде.  Проекттың маҡсаты – граждандарға эш варианттарын эҙләүҙә ярҙам итеү, ә эш биреүселәргә кәрәкле кадрҙарҙы табышыу, хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү.

31 авгусҡа алынған мәғлүмәттәр буйынса, республиканың мәшғүллек хеҙмәттәрендә 34,9 мең эшһеҙ теркәлгән. Вакансиялар банкында 60 мең эш урыны барлығы билдәле. Йыл башынан алып республикала мәшғүллек хеҙмәттәре ярҙамында 70,3 мең кеше эшкә урынлаштырылған.

Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллеге” милли проекты 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас