Милли проекттар
6 Сентябрь 2021, 09:50

Ҡыҙыл Шишмәлә "Үҫеш нөктәһе" асылды

Ҡыҙыл Шишмә ауылы мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлешендәге белем үҙәген асыу тантанаһы булды.

Ҡыҙыл Шишмәлә "Үҫеш нөктәһе" асылдыҠыҙыл Шишмәлә "Үҫеш нөктәһе" асылды
Ҡыҙыл Шишмәлә "Үҫеш нөктәһе" асылды

Ошо көндәрҙә Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылы мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлешендәге белем үҙәген асыу тантанаһы булды.

Уҡыу барышын ойоштороу өсөн предмет кабинеттарында ремонт эшләнгән, кәрәкле ҡорамалдар, стендтар һатып алынған, логотип ҡуйылған. “Үҫеш нөктәһе” программаһына, дөйөм белем биреү программаларынан тыш, химия, биология, физика һәм информатиканан дәрестән тыш эшмәкәрлек тә индерелгән.

Бында уҡыусылар проект эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү, һанлы һәм мәғлүмәти технологияларҙы ҡулланып, тәбиғи-фәнни предметтарҙы, информатика, программалаштырыуҙы тәрәнерәк өйрәнеү мөмкинлегенә эйә. “Үҫеш нөктәһе” – ул һәләттәрҙе, ижади мөмкинлектәрҙе үҫтереү, киләсәктә уңышлы кеше булырға өйрәнеү өсөн яҡшы старт”, – ти мәктәп директоры Э. Мәҡсүтова.

Быға тиклем Нуриманда Ҡыҙыл Яр һәм Павловка ауылдары мәктәптәре нигеҙендә һанлы һәм гуманитар профилле “Үҫеш нөктәләре” асылғайны инде. Яҡын арала Иҫке Күл һәм Яңы Күл ауылдарында ла үҙәктәр асылырға тейеш.

Шуны билдәләп китергә кәрәк: “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән күп һанлы милли проекттарҙың береһе – “Мәғариф”ҡа ярашлы асыла.

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/147294

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас