Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
Күптән түгел Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев үткәргән "Эшҡыҡыуарлыҡ сәғәте"ндә бер проект ҡаралды. Уны сығышы менән ошо райондың Килкабыҙ ауылынан булған "Себер" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Музавир Йәмилев тәҡдим иткән.
Музавир Музамил улы үҙ районында бер тапҡыр ҡуллана торған шприцтар һәм инъекция энәһен етештереү буйынса завод төҙөүҙе планлаштыра. Проект хаҡы - 750 миллион һум. Яңы завод яҡынса 150 кешегә эш урындары тәҡдим итә.
Район башлығы Александр Андреев һәм кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проекты хуплап, эшҡыуарға уны тормошҡа ашырыу өсөн бар яҡлап ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ һәм фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/147104