Милли проекттар
7 Сентябрь 2021, 11:30

Баҡалыла парк төҙөкләндерелә

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу" федераль программаһы Баҡалы районында уңышлы тормошҡа ашырыла.  

Баҡалыла парк төҙөкләндереләБаҡалыла парк төҙөкләндерелә
Баҡалыла парк төҙөкләндерелә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, республиканың күп ҡала һәм райондарында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу" федераль программаһы тормошҡа ашырыла.

Баҡалы районы үҙәгенең Көнбайыш биҫтәһендә икенсе йыл рәттән парк биләмәһен төҙөкләндереү эштәре бара. Быйылғы йылға ҡаралған эштәр күләме 95 процентҡа үтәлгән. Бөтәһе 262 квадрат майҙанда тротуар плитәһе түшәлгән, автомобилдәр өсөн туҡталыш ҡуйылған, ике километр оҙонлыҡтағы яҡтыртыу кабелдәре һалынған, биләмәне яҡтыртыу өсөн 71 диодлы лампа ҡуйылған. Бөгөн 19 видеокүҙәтеү камераһы эшләй. Әле бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу ҡалған, шулай уҡ ай аҙағына тиклем өс ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк.

Күптән түгел эш барышы менән Баҡалы район хакимиәте башлығы Александр Андреев, уның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Рәмил Хәйҙәров һәм башҡалар  танышты. Улар подряд ойошмаһы етәксеһе менән осрашып, башҡарылған эштәрҙең сифатын баһалап, киләсәккә пландар билдәләне.

Яңы төҙөкләндерелгән паркты Баҡалы халҡы тиҙ үҙ иткән: бында скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәрҙе, ролик һәм велосипедтарҙа йөрөгән балаларҙы, сабый коляскаһы эткән йәш  әсәйҙәрҙе, бәхетле йәш парҙарҙы осратырға мөмкин.

Паркты төҙөкләндереү киләһе йылда ла дауам ителәсәк. Бында Еңеү аллеяһы, тренажер һәм балалар уйын майҙансыҡтары буласаҡ. Иң мөһиме: паркта ҙур сәхнә төҙөү ҡаралған, унда масштаблы ҙур саралар, төрлө концерттар ҡуйыу планлаштырыла.

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты ҡуйған маҡсатына ирешеү өсөн Башҡортостанда дүрт төбәк проекты раҫланған: «Торлаҡ», «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү», «Ипотека» һәм «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу».

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Сығанаҡ һәм фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/147109

Автор:Карима Усманова
Читайте нас