Милли проекттар
7 Сентябрь 2021, 06:28

Беҙҙе ҡотҡарасаҡ тармаҡ

Хәҙерге ҡатмарлы пандемия осоронда төп иғтибар һаулыҡ һаҡлау тармағын нығытыуға һәм артабан үҫтереүгә йүнәлтелергә тейештер, моғайын. Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын финанслауҙың дөйөм күләме быйылға 2,234 миллиард һум тәшкил итә, шуның 1,475 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан.

 Үлем осраҡтарында тәүге урынды йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре алып тороуы билдәле.  Уларҙы дауалаған медицина учреждениеларын заманса ҡорамал менән тәьмин итеү – беренсе сиратта талап ителгән хәстәрлек. Шуға күрә төбәк йөрәк-ҡан тамырҙары үҙәктәрен һәм тәүге йөрәк-ҡан тамырҙары бүлексәләрен дә үҙ эсенә алған һигеҙ дауаханала быйыл медицина ҡорамалдары яңыртыласаҡ, улар – Өфөләге Ашығыс ярҙам дауаханаһы (элекке 22-се дауахана), Республика кардиология үҙәге, Стәрлетамаҡтың 1-се дауаханаһы, Өфөләге 21-се дауахана, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы, Туймазы үҙәк район дауаханаһы, Күмертау ҡала дауаханаһы, Өфөләге 18-се дауахана.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙна иҫәбенә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен диагностикалау маҡса­тында 30 яңы ҡорамал алынасаҡ, шул иҫәптән – бер ангиограф һәм ике компьютер томографы. Бындай сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларҙан яфаланған пациенттар хәленең ҡатмарланыуына юл ҡуймау өсөн дарыу препараттары ла һатып алынасаҡ.

Яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш тә шулай уҡ  һаулыҡ һаҡлау тармағының төп иғтибарын талап иткән йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Сирлеләргә ярҙам күрһәткән медицина учреждениеларына ла федераль ҡаҙна аҡсаһына диагностика һәм дауалау ҡорамалдары алынасаҡ: Республика клиник онкология диспансерына, Стәрле­тамаҡтың 1-се дауаханаһына, Күмертау ҡала дауаханаһына, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһына, Салауат ҡала дауаханаһына. Улар 10 ҡорамал иҫәпләнә, шуның дүртәүһе – ҡыйбат техника (ике магнит-резонанс томографияһы һәм ике мультиспираль компьютер томографияһы).

Быйыл күп профилле ҙур дауаханалар нигеҙендә онкологик ярҙам күрһәтеүсе үҙәктәр ойошторолдо, улар Салауат ҡала дауаханаһында, Бөрө үҙәк район дауаханаһында, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында, Өфөләге 32-се поликлиникала урынлашҡан.

Республикала онкологик сирле­ләргә амбулатор ярҙамы күрһәтеү буйынса йәмғеһе 13 үҙәк эшләйәсәк. Республика ҡаҙнаһы иҫәбенә ошондай амбулаторияларға 14 берәмек медицина ҡорамалы һатып алы­насаҡ.

Балалар поликлиникалары ла ситтә тороп ҡалмай, уларға капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла. Медицина модуле урынлаш­тырылған “АНСАТ” вертолеттары санитар авиацияны тулыланды­расаҡ, улар автомобилгә үтеүе ҡатмарлы йәки алыҫ булған төбәктәрҙәге сирлеләрҙе ашығыс хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән.

Заман талаптарына ярашлы, медицина ойошмаларына 122 ноутбук, баҫып сығарыу ҡулайламалары, планшет-компьютерҙар һәм башҡа ҡорамалдар алынасаҡ. Табиптар­ҙың автоматлаштырылған эш урындарын яңыртыу ҙа күҙ уңында тотола.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН. 

Читайте нас