

Был бурысты Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында ҡуйғайны. Сарала ил етәксеһе менән Хөкүмәт ағзалары был темаға ентекле фекер алышты. “Бөтә кимәлдәге власть милли проекттар буйынса эш темпын арттырырға һәм һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшергә тейеш”, – тине Владимир Путин. Ул һылтауҙар эҙләмәҫкә, ә халыҡҡа биргән вәғәҙәләрҙе үтәргә саҡырҙы.
Киҙеү беҙҙең пландарға ҡамасауламаһын
Владимир Путин әйтеүенсә, илдә хәл ителмәгән проблемалар ҡала әле, улар иҫәбендә – фәҡирлек, һаулыҡ һаҡлауҙағы тәүге звено сифатының түбән булыуы, мәктәп биналарының иҫкереүе. “Беҙгә иҡтисадта, социаль өлкәлә, төбәктәр үҫешендә һәм ифраструктурала, экологик проблемаларҙы хәл итеүҙә, илде һанлы трансформациялау бурыстарын үтәүҙә үҙгәрештәр темпын көсәйтергә кәрәк, – тине Президент. – Форсат булған ерҙә кимәлде әленән-әле күтәрә барыу, амбициоз маҡсаттар ҡуйыу талап ителә. Коронавирус стратегик пландарға үҙгәрештәр индерҙе, әлбиттә, әммә уларҙан баш тартыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Тағы ла берҙе һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем: бер нәмә икенсеһен юҡҡа сығара алмай, индерергә мәжбүр булған төҙәтмәләр беҙҙең пландарҙа һәм маҡсатҡа өлгәшеү алымдарында сағылыш тапһын.
Хөкүмәттән алты йүнәлеш
Рәсәй Хөкүмәте милли үҫеш маҡсаттарына ирешеү өсөн 42 яңы стратегик башланғыс әҙерләне, тине Премьер-министр Михаил Мишустин Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында. “Беҙ тәҡдим иткән яңы башланғыстар социаль-иҡтисади системаға һығылмалылыҡ бирәсәк, тиҙ алышына барған тышҡы шарттарҙа уны үҙгәртеп ҡороу өсөн нигеҙ тыуҙыра аласаҡ”, – тине Хөкүмәт етәксеһе.
Яҡындағы өс ярым йылда ил Хөкүмәтенең башланғыстарын хәл итеүҙең хаҡы – 4,6 триллион һум. Михаил Мишустиндың раҫлауынса, был сығымдарҙың төп өлөшө – бөгөнгө ҡаҙна ресурстары, шәхси инвесторҙарҙың аҡсаһы, дәүләт компаниялары һәм үҫеш институттарының саралары. “Өҫтәмә рәүештә 736 миллиард талап ителәсәк, улары – федераль ҡаҙнанан һәм Милли именлек фондынан”, – тине ул.
Бөтә ошо башланғыстар шартлы рәүештә алты йүнәлешкә бүленгән: социаль өлкә, төҙөлөш, экология, һанлы трансформация, технологик ынтылыш һәм сервис дәүләте. Социаль йүнәлеш тураһында һөйләгәндә Премьер-министр мәғариф өлкәһендә эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыу буйынса мөһим бурыс ҡуйылыуы тураһында әйтте. Бының өсөн 200 самаһы һөнәргә әҙерләү программаларын концентрацияларға кәрәк.
Медицина өлкәһендәге реабилитацияны яңыртыу зарур. “Кеше үҙ сирҙәре менән яңғыҙ тороп ҡалырға тейеш түгел, – тине Михаил Мишустин. – Ун йыл эсендә барлыҡ дауалау бүлексәләре һәм үҙәктәре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, уларҙың кәмендә яртыһы Рәсәйҙә етештерелгән техника булырға тейеш”.
Башҡа даирәләрҙә лә прогресс талап ителә. Төҙөлөш өлкәһендә, мәҫәлән, процедуралар ябайыраҡ булырға һәм йылдамыраҡ үтәлергә тейеш. Экологияла предприятиеларҙың һауаға ташлаған ҡалдыҡтарын иҫәпләп барыу системаһы булдырыласаҡ. Рәсәйҙә шулай уҡ адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙең берҙәм һанлы системаһы барлыҡҡа киләсәк.
Беҙ – Рәсәйҙә тәүге урындарҙа
Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән алдынғылар сафында килә. Улар буйынса мәғлүмәт һылтанмаларының июнь рейтингында Башҡортостандың йәнә тәүге биш иң яҡшы субъект исемлегенә эләгеүе лә шуны раҫлай. Әле республика ошо йәһәттән дүртенсе урында. Мәғлүмәт һылтанмалары милли проекттар буйынса башҡарылған эш йәки объекттарға ҡағыла. Ә был иһә беҙҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу эше әүҙем бара тигәнде аңлата.
Был күрһәткес буйынса Бөтә Рәсәй рейтингында беренсе урынды Чечен Республикаһы, икенсеһен – Һамар өлкәһе, өсөнсө урынды Пермь крайы биләй. Башҡортостандан ҡала, йәғни бишенсе урында – Краснодар крайы.
Тәғәйен йүнәлештәрҙәге мәғлүмәт һылтанмалары буйынса ла Башҡортостан Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәренең береһе иҫәпләнә. Мәҫәлән, “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса беҙҙең республикала 100 мәғлүмәт һылтанмаһы бар (ил буйынса – икенсе урын), “Эшҡыуарлыҡ” милли проектына ҡарата 83 һылтанма донъя күргән (шулай уҡ икенсе урын).
Быйылғы икенсе квартал һөҙөмтәләре буйынса “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урындан беренсегә сыҡты. Был рейтингты Федераль компетенциялар үҙәге төҙөй. Ул предприятиеларҙы ошо проектҡа йәлеп итеү планының үтәлешен, сараларҙың үҙ ваҡытында башланыуын һәм тамамланыу мәлен, дөйөм графиктың үтәлешен һәм башҡа күрһәткестәрҙе иҫәпкә ала. Был рейтинг квартал һайын иғлан ителә бара.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса ла республика даими алдынғы урындарҙы биләй килә. Ошо проект һөҙөмтәләре буйынса үткәрелгән “Рәсәй транспорты” форумында, мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин да беҙҙең республиканы башҡалар өсөн өлгө булырлыҡ төбәк тип телгә алғайны. Былтыр республикала ошо милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 300 километрҙан ашыу юл ремонтланды. Бынан тыш, 12 километрына капиталь ремонт яһанылар, Өфөлә бер нисә урам киҫелешенә реконструкция яһалды һәм ҡайһы берҙәре быйыл да дауам итә, ҡала һәм райондарҙа бик күп светофорҙар ҡуйылды, йәйәүлеләр өсөн урам аша сығыу урындары булдырылды йәки яңыртылды.
– Коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡарамай, юл өлкәһе эш темпын һаҡланы ғына түгел, былтырғы менән сағыштырғанда, уҙып та китте, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Юлдарҙы иҡтисадтың ҡан тамырҙары тибеҙ, шуға күрә лә өлгәшелгәндәр менән генә ҡәнәғәтләнергә йыйынмайбыҙ.
Милли проекттар беҙҙә нимә төҙөйәсәк?
– Беҙ милли проекттарға ярашлы ниндәй объекттар төҙөләсәге хаҡында халыҡҡа ентекле мәғлүмәт еткереп торабыҙ, – тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров күптән түгел кәңәшмәләрҙең береһендә.
Быйыл республика, милли проекттар биргән финанс мөмкинлеген файҙаланып, былтырғынан күберәк төҙөлөш алып барыу маҡсатын ҡуя. Торлаҡ йорттар майҙаны ғына ла, мәҫәлән, кәмендә 2,26 миллион квадрат метрға артырға тейеш. Шул иҫәптән Башҡортостандың ҙур ҡалаларында – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Октябрьскийҙа һәм Нефтекамала.
Быйылға 200 километрҙан ашыу автомобиль юлы һалыу планлаштырылған. Бынан тыш, Өфөләге, Салауат ҡалаһындағы, Өфө һәм Иглин райондарындағы юлдарҙы ремонтлау, реконструкциялау дауам итәсәк.
Нефтекамала 1225 урынлыҡ һәм Өфө районының Булгаков ауылында 825 урынлыҡ мәктәптәр төҙөлөшөн тамамлау, шулай уҡ 22 мәҙәниәт объектын төҙөү һәм реконструкциялау планлаштырыла.
– Быйыл Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге төҙөлә, шуға өҫтәп, балалар өсөн биш онкологик амбулатор ярҙам үҙәге булдырыласаҡ, – тигәйне милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмәләрҙең береһендә республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажитдинов. – Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау иҫәбенә 2667 урын булдырыу, ауыл мәктәптәрендә тәбиғи-фәнни йүнәлештәрҙәге 207 “Үҫеш нөктәһе” һәм башҡаларҙы тәьмин итеү ҙә мөһим бурыс булып тора. Шул хәтлем дә әһәмиәтле һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн министрлыҡтарҙың муниципалитет хакимиәттәре менән яраштырылған эш алып барыуы зарур.
Бер нәмә лә күҙ уңынан ысҡынмай
Ошо проекттарҙың үтәлеше мәсьәләләрен тикшергән кәңәшмәлә Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерников та сығыш яһағайны. Ул хәбәр иткәнсә, былтыр төрлө ойошмаларҙың милли проекттар буйынса эшмәкәрлегендә 250 тапҡыр хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған.
– Ошоға саҡлы Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ, Өфө районының Зубов ауылдарында һәм Стәрлетамаҡтағы 7Б биҫтәһендә төҙөлгән балалар баҡсалары файҙаланыуға тапшырылмаған, – тине прокурор. – Стәрлетамаҡтың 5-се биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәптә, шулай уҡ Өфөнөң Дим районында һәм Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһындағы мәктәптәр төҙөлөшөндә башҡарылмаған эште ҡабул итеү һәм уның өсөн күп миллионлаған һум аҡса түләү факттары асыҡланды. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, ҡаҙна аҡсаһы урланыуға бәйле, енәйәт эштәре ҡуҙғатылды. Йылайыр районында 2019 йылда мәктәп дәрестәре өсөн файҙаланып булмаған заманса ҡорамал, йыһаз һәм һанлы техника килтертеү осраҡтары асыҡланды. Баҡһаң, уларҙа өйрәтеү өсөн тейешле уҡыу программаһы ла эшләнмәгән, ә уҡытыусыларҙың унан файҙаланыу тәжрибәһе юҡ.
– Милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда ҡануниәтте күҙәтеү –дәүләт власы органдары етәкселәренән алып уларҙы туранан-тура башҡарыусыларға тиклем һәр кем үтәргә тейешле дөйөм бурыс, – тине Владимир Ведерников.
– Бик йыш ҡына былар барыһы ла ышанысһыҙ һәм намыҫһыҙ подрядсыға барып төртөлә, ләкин етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә һәм объектты төҙөүҙе тамамларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров, әлеге кәңәшмәгә йомғаҡ яһап.
Илшат ТАЖИТДИНОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе:
– Республика милли проекттарҙы финанслауға быйыл федераль ҡаҙнанан 18,8 миллиард һум алды. Бынан тыш Башҡортостан бюджетынан 8,2 миллиард һум бүленде.
Быйылғы тәүге ярты йыллыҡта төбәгебеҙҙә 59 мең ғаиләгә бала тыуыуға бәйле айлыҡ түләү бирелде. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ҡала һәм райондарҙа өс онкологик амбулатор ярҙам пункты асылды, “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәге офистары эшләй башланы. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында юғары технологиялы 43 медицина ҡорамалы урынлаштырҙыҡ. Шулай уҡ республикала 1,253 миллион квадрат метр яңы торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды һәм муниципалитеттарҙа өс мәҙәниәт учреждениеһына реновация тамамланды.
Йыл аҙағына саҡлы 190 урынлыҡ балалар баҡсаһы, 17 мәҙәниәт объекты һәм 207 “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асырға, республиканың 378 дөйөм белем биреү ойошмаһының матди-техник базаһын яңыртырға планлаштырабыҙ. Бынан тыш, йыл тамамланғанға саҡлы кәмендә 2,26 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөп тапшырыу, 146 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү, 309 километрҙан ашыу автомобиль юлын ремонтлау, Өфөнөң Киров районында Ағиҙел аша күперҙе реконструкциялауҙың беренсе этабын тамамлау күҙаллана.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.