Милли проекттар
8 Сентябрь 2021, 08:15

"Үҫеш нөктәһе" проекты - яҡшы башланғыс

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа яңы уҡыу йылы башланыуға 207 мәктәп “Үҫеш нөктәһе”ндә эш башлау өсөн физика, химия, биология кабинеттарына уҡыу ҡорамалдары комплекттары алған.

"Үҫеш нөктәһе" проекты - яҡшы башланғыс"Үҫеш нөктәһе" проекты - яҡшы башланғыс
"Үҫеш нөктәһе" проекты - яҡшы башланғыс

Кисә Өфө районының Дорогино ауылындағы А.С. Пикунов исемендәге урта мәктәптә Башҡортостандың 57 районынан йыйылған үҙәк етәкселәре “Үҫеш нөктәһе”н булдырыуға арналған республика сараһында ҡатнашты.

Уҡытыусылар өсөн ойошторолған республика белем биреү семинарында химия, биология, физика, информатика дәрестәрендә һанлы лабораторияларҙы файҙаланыу буйынса оҫталыҡ кластары үткәрелде.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа яңы уҡыу йылы башланыуға 207 мәктәп “Үҫеш нөктәһе”ндә эш башлау өсөн физика, химия, биология кабинеттарына уҡыу ҡорамалдары комплекттары алған.

– 2019 йылда, проект өсөн яңы ҡорамалдар килә генә башлаған саҡта, беҙ шуны аңланыҡ, матди ҡорамалландырыу – ул бер нәмә. Бында иң мөһиме – яҡшы практикаларҙы өйрәнеү һәм педагогтар менән тәжрибә уртаҡлашыу, – тине сарала ҡатнашыусыларға мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин. – “Үҫеш нөктәләре” буйынса беренсе төбәк форумы 2019 йылда Стәрлетамаҡта, 2020 йылда Белорет районының Абҙан ауылында булды. Унда беҙ матди-техник база менән нисек эшләргә була икәнлеген үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Быйыл пандемияға ҡарамай Әлшәй районының Раевка ауылына барҙыҡ, унда технопарктар, IT-клубтар, колледж директорҙарын саҡырҙыҡ һәм уларҙы мәктәптәр менән “дуҫлаштырҙыҡ”. Беҙ уҡытыусыларҙы яңы ҡорамалдар һәм проект менән яңғыҙҙарын ҡалдырмайбыҙ. Артабан да мәктәпкә, уҡытыусыларға, хакимиәттәргә ярҙам итеп торабыҙ.

Дорогино ауылы мәктәбендә был көндө сара сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” – тәбиғи-фәнни һәм технологик профилдәр буйынса белем биреү үҙәге асылды. Был проект “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Яңы ҡорамалдар менән биология, химия, физика һәм робототехника кабинеттарын йыһазландырҙылар.

– Беҙ үҙенсәлекле һанлы ҡорамалдар алдыҡ, элек улар юҡ ине. Был төрлө температура, баҫым, хәрәкәт һәм башҡа датчиктар. Улар ярҙамында балалар ғилми донъяны яҡшыраҡ өйрәнә, үҙ күҙҙәре менән төрлө процестарҙы күрә аласаҡ, – тип һөйләне мәктәп директоры Татьяна Темлянцева.

Яңы белем биреү майҙансыҡтары булдырыу менән бер рәттән, мәктәптәргә квалификациялы кадрҙар йәлеп итеү мәсьәләһе лә бик мөһим булып ҡала.

– Башҡортостанда йәш педагогтарға ярҙам итеү программалары бар, шул иҫәптән ауылдарҙа эшләгәндәренә лә. Был “Ауыл уҡытыусыһы” федераль программаһы, уның буйынса белгес 1 миллион һум аҡса һәм 690 мең һумлыҡ Радий Хәбиров грантын ала ала, – тине мәктәпкә килгән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова. – Дорогино мәктәбендә Башлыҡ гранты алған кеше бар ҙа, ул – биология уҡытыусыһы Урал Ишмөхәмәтов.

Грант алған уҡытыусы һөйләүенсә, аҡсаны ул торлаҡ алыуға һалған, ә хәҙер заманса уҡытыу материалдары менән эшләй башлаясаҡ.

“Мәғариф” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған проекттар исемлегенә инә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас