

Ишембай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Байғужа ауыл Советы биләмәһендә ошо көндәрҙә тәүге тапҡыр “Ауылпиада-2021” уҙғарылды. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
“Ауылпиада”ның төп өлөшө спорт флешмобынан башланды. Унда теләге булған һәр кем ҡатнашты. Артабан дүрт команда спорт ярыштарына юлланды. Көйәрмәндәр һәм ҡунаҡтар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо. Ярыштарҙа еңеүселәргә грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Әйткәндәй, байрамға килгәндәр өсөн былау бешерҙеләр, башҡорт тирмәһендә ҡайнар сәй менән һыйланылар.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/149240
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/149240