Милли проекттар
10 Сентябрь 2021, 06:30

Ни хәтлем иртәрәк – шул тиклем яҡшыраҡ

Республикала яман шештәргә дусар ауырыуҙар һәм үлем осраҡтары һаны кәмеүе күҙәтелә.

Ни хәтлем иртәрәк – шул тиклем яҡшыраҡНи хәтлем иртәрәк – шул тиклем яҡшыраҡ
Ни хәтлем иртәрәк – шул тиклем яҡшыраҡ

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән кәңәшмәлә республикала онкология сирҙәре үҫеше, үлем осраҡтарын кәметеү юлдары тураһында һүҙ барҙы. Министрлыҡтың штаттан тыш баш онкологы Рөстәм Әйүпов әйтеүенсә, яман шештәргә дусар ауырыуҙар һәм үлем осраҡтары һаны кәмеүе күҙәтелә. Онкология сирҙәренән үлем осраҡтары 100 мең кешегә 156 тәшкил итә.

– “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проекты– был тәңгәлдә беҙҙең төп ҡоралыбыҙ, – тип белдерҙе Рөстәм Әйүпов.

Республика биләмәһендә эшләгән онкология үҙәктәрендә быйыл ете ай эсендә 1 847 кеше дауаланған. Онкология диспансеры филиалдарында – Нефтекама, Бөрө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет, Салауат, Күмертау, Сибай, Мәсәғүт, Бәләбәй үҙәк район дауаханаларында ошо осорҙа 14 165 ауырыу һауыҡтырылған. 1 сентябрҙән Өфөнөң 32-се поликлиникаһында ун урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар ойошторолдо. Шулай уҡ 13-сө ҡала клиник дауаханаһында урындар булдырыу планлаштырыла.

“Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында федераль бюджеттан 8 берәмек ҡорамал  ҡайтарылған, тағы 11 заманса ҡорамал алыуға контракт төҙөлгән.

Рөстәм Әйүпов әйтеүенсә, төп бурыс – иртә диагностикалау һәм дауалау сифатын яҡшыртыу, ауырыуҙарҙың йәшәүен еңеләйтеү, үлем кимәлен кәметеү, диспансерлаштырыуҙы йәйелдереү.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:zdorovayarossia.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас