

Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Өҫтәмә белем биргән өс учреждение эшләй, йыл һайын яңы йүнәлештәр асыла.
“Самбо-75” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы, самбо һәм шахмат буйынса секциялар эшләй башлаған, 64 урын булдырылған. Күнекмәләр түләүһеҙ, уларҙы төрлө майҙансыҡтарҙа тәжрибәле оҫталар үткәрә. Мәҫәлән, шахмат уйнарға 7-се урта мәктәп нигеҙендә өйрәтәләр, самбоны иһә – ҡала спорт залында. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел – балалар зона һәм республика ярыштарында еңеү яулаған.
Әйткәндәй, самбо менән шахматты һайлауҙары осраҡлы түгел. “Самбо-75” мәктәбе директоры Алексей Никитин әйтеүенсә, йәштәрҙең һәләтен һәр йәһәттән үҫтереү өсөн спорт секциялары ғына түгел, интеллектуаль йүнәлештәр ҙә бик кәрәк. Улар, уҡыусыларға оҫталыҡ тупларға, таланттарҙы үҫтерергә булышлыҡ итеп, бер-береһен тулыландырып килә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: davlekanovo.bashkortostan.ru/presscenter/news/393302/