Милли проекттар
11 Сентябрь 2021, 04:00

Билал мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды

Физика кабинетына заманса ремонт үткәрелде. Уҡыусылар ҙур, яҡты, матур бүлмәлә шөғөлләнәсәк.

Билал мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылдыБилал мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды
Билал мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проектына ярашлы, Баймаҡ районының Билал мәктәбендә ғилми йүнәлештәге "Үҫеш нөктәһе" үҙәге эшләй башланы.

Мәктәп директоры Айнур Иршат улы Әминев: "Үҫеш нөктәһе" үҙәгендә "Химия", "Биология", "Физика" кеүек фәндәрҙе төптән өйрәнеү менән бер рәттән, уҡыусылар араһында робот техникаһы, проектлау, һанлы белем биреү буйынса ла эш алып барыласаҡ. Һәр уҡыусыға ижади эшләү өсөн шарттар булдырасаҡбыҙ. Физика кабинетына заманса ремонт үткәрелде. Уҡыусылар ҙур, яҡты, матур бүлмәлә шөғөлләнәсәк.
Балаларға технологик оҫталыҡ менән бергә гуманитар белем дә берҙәй биреләсәк үҙәк булдырыуға күп көс һалған, өлөш индергән һәр бер кешегә рәхмәт белдерәм. Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға уңыштар теләйем. Уҡыусылар яңынан-яңы бейегерәк үрҙәргә ынтылһын!" – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты.

"Үҫеш нөктәһе"нең маҡсаты – белем һәм тәрбиә биреүҙең яңы алымдарын ғәмәлгә индереү, уҡыусылар һанлы, тәбиғи, техник, гуманитар йүнәлештәрҙәге төп һәм өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын үҙләштерһен өсөн заманса технологиялар менән тәьмин итеү, уҡытыу алымдарын камиллаштырыу.

Фото: https://vk.com/club18914745

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#национальныепроекты

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас