Милли проекттар
11 Сентябрь 2021, 12:10

Әбйәлил районы һәр йәһәттән дә өлгө!

Хәлил, Дәүләт, Йәнгел урта мәктәптәренә, Таһир Күсимов исемендәге гимназияға алты миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Әбйәлил районы һәр йәһәттән дә өлгө!Әбйәлил районы һәр йәһәттән дә өлгө!
Әбйәлил районы һәр йәһәттән дә өлгө!

Әбйәлил районында мәғарифты үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль һәм төбәк проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла. “Һанлы мәғариф мөхите” проекты нигеҙендә үткән уҡыу йылында Михайловка ауылы мәктәбенә 2,3 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алынған. Быйыл иһә ошо проект буйынса Хәлил, Дәүләт, Йәнгел урта мәктәптәренә, Таһир Күсимов исемендәге гимназияға алты миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Ә “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты нигеҙендә Гусев ауылы мәктәбенең спорт залы ремонтланған. “Заман мәктәбе” төбәк проекты буйынса Красная Башкирия һәм Сиҙәм урта мәктәптәрендә ике үҙәк асылған. Шулай итеп, Ташбулат, Амангилде, Таһир Күсимов исемендәге гимназия, Красная Башкирия һәм Сиҙәм урта мәктәптәре, йәмғеһе биш белем усаҡғында “Технология”, “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре”, Информатика” предметтары буйынса дәрестәр заманса шарттарҙа үткәрелә.

Әйткәндәй, Рәсәйҙә “Мәғариф” милли проектына иғтибар көслө, үҙ сиратында, ул уңышлы тормошҡа ашырыла. “Йәштәрҙең матур киләсәге өсөн уға яуаплы кешеләр ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй, рәсәйҙәрҙең йәшәү кимәлен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, халыҡҡа көндәлек тормошта уңайлыҡтар тыуҙырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе”, – тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин.

Милли проекттарҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы бойомға ашырыла.

Фото: podolskschool14.mo.eduru.ru

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/150003

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас