

Быйыл Күмертауҙағы Ира ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Элеккеһе 1972 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан булған. Ваҡыт үтеү менән ул эштән сыҡҡан.
Яңы ФАП ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән. Объект файҙаланыуға былтыр декабрҙә тапшырылған, ә ғинуарҙан пациенттар ҡабул итеү башланған. Ауылда 600 кеше йәшәй, уларҙың 90-ы – балалар. Күренеүенсә, медицина ярҙамына ихтыяж бында ҙур.
Медицина пункты барлыҡ санитар талаптарға яуап бирә. Унда көтөү өсөн бүлмә, фельдшер кабинеты, ҡарау бүлмәһе, процедура бүлмәһе һәм ярҙамсы бүлмәләр бар. Төҙөүселәр коммуникациялар үткәргән, тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндергән. Барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар ҡуйылған.
Һаулыҡ һаҡлау темаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими иғтибары үҙәгендә. Уның белдереүенсә, әлеге ваҡытта төбәктә планға ярашлы бөтә иҫке ФАП-тарҙы яңыртыу эше бара.
“81 фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике табип амбулаторияһы, Бөрө һәм Саҡмағошта ике поликлиника һәм тағы 69 ремонтланған медицина учреждениелары. 2021 йылға беҙ үҙебеҙ өсөн беренсел медицина ярҙамы тармағына ошондай эштәр билдәләнек. Барыһы ла планға ярашлы барһын өсөн тырышабыҙ”, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан