Милли проекттар
12 Сентябрь 2021, 10:30

Кескәйҙәр өсөн күңел шатлана

Иң мөһиме, бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре күҙәтелгән, ата-әсәләрҙең күңеле балалары өсөн тыныс буласаҡ.

Кескәйҙәр өсөн күңел шатланаКескәйҙәр өсөн күңел шатлана
Кескәйҙәр өсөн күңел шатлана

Благовещен ҡалаһында 220 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды. Ул “Демография” милли проектына ярашлы бер йыл эсендә төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды.

“Лукоморье” балалар баҡсаһының  әҙерлек төркөмөндә айырыуса ҙур йәнлелек. Киләһе йылға мәктәпкә уҡырға төшәсәк кескәйҙәр өсөн танып белеү дәрестәре, өҫтәл уйындары, әлифба һәм төрлө милли кейемдәрҙәге махсус уйынсыҡтар алынған. Методик пособиеларҙан тыш, балалар баҡсаһы тулыһынса йыһаздар, уйынсыҡтар, сәләмәтлектәре сикләнгән кескәйҙәр өсөн пандустар менән тәьмин ителгән. Бында хатта лифт бар. Учреждениеның асылыуы балалар баҡсаһына сиратты кәметергә мөмкинлек бирҙе. 12 төркөмдөң дүртеһе  1,5 йәштән өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы ҡабул итә.

Интерьер яҡшы уйланылған, бинаның эсе лә, тышы ла бик матур. Уйын майҙаны сәскәгә күмелгән. Ботаник баҡсаны төҙөлөш тамамланғанға тиклем планлаштырғандар. Иң мөһиме, бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре күҙәтелгән, ата-әсәләрҙең күңеле балалары өсөн тыныс буласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш.  Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас