Милли проекттар
12 Сентябрь 2021, 04:30

Өҫтөнлөгө-тиҙлектә...

Аппаратта һаулыҡ һаҡлау отличнигы, табип-рентгенолог Заһир Зарипов эшләй. Эш стажы - 35 йыл, һуңғы 21 йылда нур диагностикаһы бүлексәһе мөдире вазифаһын башҡара.

Өҫтөнлөгө-тиҙлектә...Өҫтөнлөгө-тиҙлектә...
Өҫтөнлөгө-тиҙлектә...

Благовещен дауаханаһына ҡуйылған яңы медицина ҡорамалы – һанлы флюорография аппараты өс меңгә яҡын пациентты ҡабул итте лә инде. Ҡорамалды урынлаштырыр алдынан бинаға капиталь ремонт яһалды.  Табиптар уның файҙаланыуҙа ябайлығы, тиҙлеге менән бик ҡәнәғәт.

– Яңы флюорографтың өҫтөнлөгө – уның  сирҙәрҙе диагностикалауҙы тиҙләтеүҙә. Һүрәттәре күпкә анығыраҡ һәм пациентҡа нурланыш көсөргәнеше ун тапҡырға аҙ. Шулай уҡ персоналға радиация тәьҫире күпкә кәм. Комплекстың үҙенсәлекле конструкцияһы һөҙөмтәһендә диагностиканы  аҙ хәрәкәтләнгән пациенттарға ҡарата ла ҡулланып була, – ти һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева.

Флюорографты йышыраҡ күкрәк ситлеге органдарын тикшереү өсөн файҙаланалар. Был туберкулезды һәм яман шештәрҙе ваҡытында асыҡлау өсөн мөһим.

“Аппаратта һаулыҡ һаҡлау отличнигы, табип-рентгенолог Заһир Зарипов эшләй. Эш стажы - 35 йыл, һуңғы 21 йылда нур диагностикаһы бүлексәһе мөдире вазифаһын башҡара, – ти дауахананың баш табибы Арсен  Ғарипов. – Һәр  өлкән кеше йыл һайын флюорография тикшереүен үтергә тейеш."

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас