

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғизәтуллин Иҫке Туймазы ауыл биләмәһе башлығы Рәдис Вәлиәхмәтов менән яңы табип амбулаторияһының төҙөлөш майҙансығында булды.
Сменаһына 75 ауырыуҙы ҡабул итерлек амбулатория Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк программаһына ярашлы төҙөлә. Әле майҙанда планлаштырыу эштәре башҡарылған, нигеҙ блоктарын һала башлағандар.
Баш табип Зәбир Ғизәтуллин әйтеүенсә, яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы 2148 кеше иҫәпләнгән Иҫке Туймазы, Горный, Ҡараттамаҡ, Ҡыҙылбүләк, Раевка ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан