

11-12 сентябрҙә Новосибирскиҙа Александр Нестеренко иҫтәлегенә арналған грек-рим көрәше буйынса турнир үткәрелде.
Был спорт сараһы Новосибирскиҙа 1996 йылдан ойошторола һәм быйыл ул 25-се тапҡыр уҙғарылды. Александр Нестеренко (1965 – 1996) – “Первомаец” спорт клубына нигеҙ һалыусы, Новосибирск өлкәһенең Спорт көрәше федерацияһы вице-президенты.
Спорт ярыштарында донъяның алты иленән – Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Сербиянан, Эстониянан, Белоруссиянан һәм Рәсәйҙең 29 төбәгенән көрәшселәр ҡатнашты. Был сарала Башҡортостан исеменән Нохчо Лабазанов сығыш яһаны. Белеүебеҙсә, ул – грек-рим стилендәге көрәшсе, Рәсәйҙең спорт мастеры, илебеҙҙә үткәрелгән чемпионаттарҙа призлы урындар яулаусы. Турнирҙа Нохчо Лабазанов 130 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында көмөш миҙал яуланы.
Бындай турнирҙарҙың үткәрелеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: БР Спорт министрлығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан