Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь 2021, 09:30

Салауат дауаханаһына – 84 миллион һумлыҡ томограф

 Яңы ҡорамал табиптарға диагностиканың яңы ысулдарын һәм методикаларын үҙләштерергә, тимәк, пациенттарҙы яҡшыраҡ дауаларға булышасаҡ.

Салауат дауаханаһына – 84 миллион һумлыҡ томограф
Салауат дауаханаһына – 84 миллион һумлыҡ томограф

Салауат ҡала дауаханаһы 84 миллион һумлыҡ томограф алды. Яңы ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” федераль программаһына ярашлы һатып алынды. Быйыл онкология сирҙәренә дусар пациенттарҙы дауалаусы медицина ойошмаларын йыһазландырыуға 452 миллион һум  аҡса йүнәлтелгән.

Компьютер томографы үпкә, ҡан тамырҙары, эндокрин һәм нервы системалары сирҙәрен диагностикаларға ярҙам итә. “Яңы ҡорамалдың функциялары киңәйтелгән, сканлау тиҙлеге юғары. Унда ҡуйылған программа табиптарға диагностиканың яңы ысулдарын һәм методикаларын үҙләштерергә, тимәк, пациенттарҙы яҡшыраҡ дауаларға булышасаҡ,” – ти дауахананың баш табибы Илшат Яппаров.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: