Милли проекттар
15 Сентябрь 2021, 10:30

600 кеше тикшереү үтергә өлгөргән...

Архангел үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу төбәк программаһына ярашлы, заманса һанлы флюорография аппараты алды.

600 кеше тикшереү үтергә өлгөргән...600 кеше тикшереү үтергә өлгөргән...
600 кеше тикшереү үтергә өлгөргән...

Республика  дауаханаларының матди-техник базаһы яңырыуын дауам итә. Архангел үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу төбәк программаһына ярашлы, заманса һанлы флюорография аппараты алды.

– Яңы ҡорамал һүрәттәрҙең юғары диагностик сифатын тәьмин итә һәм уның пациентҡа нур көсөргәнеше бик аҙ. Пациентҡа тикшереүҙең тәүге этабында уҡ яҡынса диагноз ҡуйыу мөмкин, – тине дауахананың баш табибы Камил  Яппаров.

Аппарат күкрәк ситлегендәге органдарҙы диагностик тикшереү һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. Үпкәне, умыртҡаның күкрәк өлөшөн, ҡабырғаларҙы, йөрәкте ныҡлап тикшерә, патологияларҙы асыҡлау һәм үлем осраҡтарын кәметеүҙә ярҙамы ҙур.

Ҡорамалды урынлаштырыу алдынан флюорография кабинеты әҙерләнгән, яңы аппарат монтажланған һәм файҙаланыуға тапшырылған. Яңы заманса ҡорамалда эшләү өсөн белгестәр әҙерләнгән. Рентген-лаборант Альберт Ғәҙелшин һәм табип-рентгенолог Илдар Бәширов ошо йылдың 1 авгусынан 600-ҙән ашыу пациентты ҡабул итергә өлгөргән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас