Милли проекттар
15 Сентябрь 2021, 11:30

“Аҡыллы ҡала” хәүефһеҙлекте арттырыуға булышлыҡ итә

2024 йылға тиклем 13 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтеү күҙаллана.

“Аҡыллы ҡала”  хәүефһеҙлекте арттырыуға булышлыҡ итә“Аҡыллы ҡала”  хәүефһеҙлекте арттырыуға булышлыҡ итә
“Аҡыллы ҡала” хәүефһеҙлекте арттырыуға булышлыҡ итә

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” һәм “Һанлы иҡтисад” милли проекттары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Аҡыллы ҡала” проектына ярашлы, Туймазы ҡалаһының Әгертамаҡ биҫтәһендә “Урамдарҙы яҡтыртыу селтәрҙәрен капталь ремонтлау” проекты ғәмәлгә индерелде. Яңы биҫтәлә тышты яҡтыртыуға идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһы эшләй башланы.

Туймазы ҡалаһы хакимиәте башлығы Эдуард Рәхмәтуллиндың әйтеүенсә, “яңы системаның ҙур өҫтөнлөгө – уның көн яҡтыһына үҙаллы көйләнеүе”.  Автоматлаштырылған система автомобиль юлдарында ғына түгел, ихаталарҙа, парктарҙа һәм башҡа урындарҙа тәүлектең ҡараңғы ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Мәғлүм булыуынса, “Аҡыллы ҡала” проектына 2024 йылға тиклем 13 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтеү күҙаллана.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас