Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь , 09:30

Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙ!

20 – 24 октябрҙә Екатеринбург ҡалаһында “Иван-де-Марья” Бөтә Рәсәй халыҡ-художество промыслалары һәм һөнәрҙәре оҫталары фестивале үткәреләсәк.

Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙ!

20 – 24 октябрҙә Екатеринбург ҡалаһында “Иван-де-Марья” Бөтә Рәсәй халыҡ-художество промыслалары һәм һөнәрҙәре оҫталары фестивале үткәреләсәк.

Сара сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлығы” автономиялы коммерицяға ҡарамаған ойошмаһы республиканың халыҡ-художество промыслалары әйберҙәре күргәҙмәһен ойоштора.

Коллектив стендта конкурс һайлауын үткән, халыҡ-художество промыслалары тармағындағы һәм Башҡортостанда теркәлгән  бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнаша ала. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә ярҙам күрһәтелә.

Күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн ғаризалар 14 – 17 сентябрҙә https://bvk-plus.timepad.ru/event/1768553/ һылтанмаһы йәки nhp-rb@mail.ru. электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Ҡатнашыу тураһындағы һорауҙарҙы 7 (987) 04-00-621 (Евгения Сафина) буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Ойоштороусылар: республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлығы” автономиялы коммерицяға ҡарамаған ойошмаһы. Бәйләнештәр өсөн телефон:  +7 (347)224-99-99 доб. 301 (Татьяна Сайгина).

Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова