Милли проекттар
15 Сентябрь 2021, 12:30

Нимәне тәү сиратта төҙөкләндерәбеҙ?

Өфөләр киләһе йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт киңлектәрен һайлау мөмкинлегенә эйә.

Нимәне тәү сиратта төҙөкләндерәбеҙ?Нимәне тәү сиратта төҙөкләндерәбеҙ?
Нимәне тәү сиратта төҙөкләндерәбеҙ?

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 17 – 19 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында, һайлауҙан тыш, өфөләр киләһе йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт киңлектәрен һайлау мөмкинлегенә эйә. Иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө 2-гә тиклем һайлау участкаларынан сыҡҡан ерҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектына ярашлы, тауыш биреү уҙғарыла, рейтинг төҙөлә.

Махсус кейемдәге ирекмәндәр үҙегеҙ менән таныштырыуҙы һорар, адресығыҙҙы белешер, һеҙҙең ҡарашҡа, тәү сиратта тәртипкә килтерелергә тейешле биләмәне билдәләргә тәҡдим итер.

Әйткәндәй, тауыш биреүҙә баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы Дан Бульвары һәм Муса Гәрәев исемендәге сквер, “Нефтехимиктар” мәҙәниәт һәм ял паркы, Калинин районының “Инорс” биҫтәһендәге Мушников урамы менән Теплое күле эргәһендәге биләмә, Дим районында иһә “Дим” мәҙәниәт һәм ял паркы ҡатнаша.

 

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info/press/news/417229.html

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас