Милли проекттар
16 Сентябрь 2021, 11:30

Бөтә район менән – өмәгә

25 сентябрҙә республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы уҙғарыла.

Бөтә район менән – өмәгәБөтә район менән – өмәгә
Бөтә район менән – өмәгә

Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район “Йәшел Рәсәй” экологик өмәһенә ҡушылды.

Мәғлүм булыуынса, Бөтә Рәсәй өмәһе республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, былтыр мартта уҡ башланған Таҙалыҡ көндәренең дауамы булып тора. Райондағы һәр ойошма үҙенә беркетелгән биләмәһен тәртипкә килтереү, уны сүп-сарҙан таҙартыу йәһәтенән ҙур эш башҡарҙы. Һауа торошо әллә ни ҡыуандырмаһа ла, сара күләмле булды. Унда 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Әйткәндәй, 25 сентябрҙә республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы уҙғарыла. Ул 5 октябргә тиклем дауам итә. Көҙгө акция барышында ихаталарҙа, башҡа йәмәғәт биләмәләрендә ағас, ҡыуаҡ ултыртыу планлаштырыла.

Мәғлүм булыуынса, төбәктә уҙғарылған ошондай өмәләр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты маҡсаттарына, бурыстарына тап килә һәм уны тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас