

Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы, халыҡтың ғүмерен оҙонайтыуға йүнәлтелгән социаль проекттар тормошҡа ашырыла. Өлкәндәр бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендәге сараларҙа, конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша.
Ошо көндәрҙә өлкән быуынды һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙе һауыҡтырыу йәһәтенән шарттар тыуҙырыу буйынса “Оҙон ғүмер нигеҙҙәре” социаль проекты ғәмәлгә индерелде. Проектты “Яңауыл районының Ҡатын-ҡыҙҙар советы” йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо. Үҙәк район китапханаһында уның менән таныштырыу сараһы уҙғарылды. Был көндә сараға килгәндәргә буласаҡ дәрестәр, күнекмәләр программаһы, әүҙемлек төрҙәре тураһында һөйләнеләр.
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһында Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип иғлан ителгән 2021 йылда Яңауыл районында “Йәшәү ҡыуанысы” тигән йәнә бер социаль проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Өлкән йәштәге 100-ҙән ашыу кеше һауыҡтырыу гимнастикаһы, скандинав йөрөшө, аквафитнес менән шөғөлләнә. Уларға ярҙам итеү өсөн табиптар, психологтар, ирекмәндәр йәлеп ителә.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news/394646/