Милли проекттар
17 Сентябрь 2021, 04:30

2022 йылда өй туйларға әҙерләнәләр

Районда кешеләрҙе иҫке торлаҡтан күсереү буйынса төбәк программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла.

2022 йылда өй туйларға әҙерләнәләр2022 йылда өй туйларға әҙерләнәләр
2022 йылда өй туйларға әҙерләнәләр

Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы төбәк программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә.

Ошо көндәрҙә Яңауылда ҡала һәм район хакимиәте вәкилдәре, биләмә башлыҡтары ҡатнашлығында күсмә кәңәшмә булды. Унда районда программаның үтәлеше тураһында фекер алыштылар, унан һуң ҡалалағы төҙөлөш майҙансыҡтарына юлландылар.

Әйткәндәй, Яңауыл районында һүтелергә тейешле авария хәлендәге торлаҡ фонды объекттары иҫәбенә күп фатирлы 25 йорт инә, шуларҙың икеһе – Ҡарман һәм Прогресс ауылдарында. Граждандарҙы был йорттарҙан 2022 йылда күсереү планлаштырыла.

Йәшәү өсөн яраҡһыҙ йорттарҙан кешеләрҙе күсереү район һәм ҡалалағы эштең мөһим йүнәлешен тәшкил итә. Ошо өлкәләге төбәк программаһы тормошҡа ашырылған осорҙа Яңауыл районында күп фатирлы 215 иҫке торлаҡ йорт һүтелергә тейеш.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news/394817/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас