

“Верена Люкс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән ювелир күҙ яуын алырлыҡ йөҙөктәрҙе ҙур булмаған өҫтәл артында эшләһә, хәҙер иһә өр-яңы идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн файҙаланған ҡорамалдарҙың күп төрлөлөгө арҡаһында иркен оҫтаханала ла урын етмәй.
– Мин һәр саҡ эҙләнәм. Биҙәүестең формаһын, материалын, хатта илһам эҙләйем. Әммә минең өсөн иң мөһиме – дизайн, – ти оҫта Руслан Мортазин.
Әйткәндәй, ул Etsy майҙансығында “JewelryPleaseShop” майҙансығын асҡан. Оҫта яһаған йөҙөктәр үҙенсәлекле формаһы, дизайны, биҙәлеше менән айырылып тора. Бындай биҙәүесте ябай магазиндарҙа таба алмаҫһың. Руслан баҡыр, ҡурғаш ҡатыш баҡыр иретмәһе, мельхиор һәм башҡа металдар менән эш итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, былтыр декабрҙә магазиндың аккаунтына анализ яһалған һәм реклама ойошторолған. Һөҙөмтәлә һатыу күләме 35 процентҡа артҡан. Сауҙа итеү географияһы ла киңәйгән: Канада, АҠШ, Франция, Чехия, Таиланд, Германия, Дания, Швеция, Норвегия, Польша, Италия һәм башҡа илдәр. Шул уҡ ваҡытта Руслан өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмай, әле керамика оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан