

“Грайн” компанияһы ике йыл эсендә һаҡсыл етештереү ҡоралдарын файҙаланып, хеҙмәт етештереүсәнлеген 76,7 процентҡа арттыра алған. Был хаҡта республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Фәхретдинов һөйләне.
"Предприятие 2018 йылда тәүгеләрҙән булып “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуға тотондо. Пилот проекты Федераль һәм төбәк компетенциялар үҙәктәре ярҙамында тормошҡа ашырылды. Компания өлгәшелгән уңыштар менән генә сикләнмәне, производствоның башҡа участкаларына ла эш тәжрибәһен индерҙе. Һөҙөмтәлә предприятиеның табышы 58 процентҡа артты", – тип хәбәр итте Айрат Фәхретдинов.
"Грайн" 10 топ-компания рәтенә инде. Ошо ваҡыт эсендә етешһеҙлектәр анализланды, эш барышы камиллаштырылды.
"Беҙ хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙан тыш, брак кимәлен кәметтек, ҡорамалдарҙың авария хәлендә буш тороуына юл ҡуйманыҡ. Төп уңыш –хеҙмәткәрҙәребеҙҙең эшкә ҙур теләк менән тотоноуы. Беҙҙең бурыс – уларҙы ҙур маҡсатлы берҙәм командаға туплау", – тине йәмғиәт директоры Олег Родионов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Грайн” компанияһына Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында республикала беренсе булып “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” программаһы буйынса яңы ПВХ профилдәре етештереү линиялары төҙөүгә 140 миллион һумлыҡ федераль займ бирелде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға тиклем ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ: хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән һанлы технологияларҙы, платформалы ҡарарҙарҙы файҙаланыу менән; хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенә ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи, административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу, шулай уҡ һөҙөмтәһеҙ, заманға ярашһыҙ эш урындарын алмаштырыу юлы менән.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: pravitelstvorb.ru