Милли проекттар
18 Сентябрь 2021, 04:45

Маҡсат - хоҡуҡи грамоталылыҡты арттырыу

Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре Бөрө районында булды.

Маҡсат - хоҡуҡи грамоталылыҡты арттырыуМаҡсат - хоҡуҡи грамоталылыҡты арттырыу
Маҡсат - хоҡуҡи грамоталылыҡты арттырыу

15 сентябрҙә республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге белгестәре халыҡтың хоҡуҡи грамоталылығын арттырыу маҡсатында Бөрө районына сыҡты.

Эш программаһы бай булды. Министрлыҡ белгестәре “Умникум” үҙәгендә эшҡыуарҙар берекмәһе, район, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы төбәк бүлексәһе вәкилдәре, Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдең Бөрө районындағы йәмәғәт ярҙамсыһы өсөн семинар үткәрҙе.

"Сара барышында сауҙа өлкәһендә 2021 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә ингән закондар тураһында һөйләшелде, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге ҡануниәттең төп положениелары ҡаралды. Закон боҙоу осраҡтарында административ, гражданлыҡ-хоҡуҡи яуаплылыҡ тураһында мәғлүмәттәр бирелде", - тип хәбәр иткән ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бүлек начальнигы Ләлә Сөләймәнова.

Семинарҙан һуң “Умникум” үҙәгендә, район хакимиәтендә граждандарҙы шәхси ҡабул итеү, “ҡыҙыу элемтә” телефоны аша һорауҙарға яуап бирелгән. Ошо уҡ ваҡытта Бөрө ҡалаһындағы күп функциялы үҙәктәрҙә ҡулланыусылар һәм эшҡыуарҙарға кәңәштәр бирелгән. Әйткәндәй, һәр сара ваҡытында буклеттар, был өлкәләге төрлө йүнәлештәр буйынса белешмәләр таратылған. Ошондай баҫмалар 2-се ҡала китапханаһына ла тапшырылған.

Бындай саралар ҡулланыусыларҙың һәм башҡа кешеләрҙең хоҡуҡи грамоталылығын арттырыу өсөн ҡаралған. Әлеге маҡсат Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға өлөш индерә.

Фото: Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас