Милли проекттар
19 Сентябрь 2021, 09:15

“МЕГА” йәрминкәгә саҡыра

Эш эҙләүселәр өсөн яңы мөмкинлек асыла – йөҙҙән ашыу вакансия тәҡдим ителәсәк.

“МЕГА” йәрминкәгә саҡыра“МЕГА” йәрминкәгә саҡыра
“МЕГА” йәрминкәгә саҡыра

25-26 сентябрҙә “МЕГА” сауҙа-күңел асыу комплексы тәүге тапҡыр фудкорт майҙанында 12.00 - 18.00 сәғәттәрҙә вакансиялар йәрминкәһе үткәрә.

Эш эҙләүселәр өсөн яңы мөмкинлек асыла – йөҙҙән ашыу вакансия тәҡдим ителәсәк. Йәрминкәлә шулай уҡ “МЕГА”ның партнерҙары - “ИКЕА” магазины, “АШАН”, “Леруа Мерлен” гипермаркеттары, сервис хеҙмәттәре һәм башҡа магазиндар ҡатнаша. Компаниялар презентация үткәрәсәк, эш өҫтөнлөктәре тураһында һөйләйәсәк, шулай уҡ һорауҙарға яуап бирәсәк.  Эш эҙләүселәрҙе викториналар, бүләк отоштары көтә. Башҡортостан Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенең уҡыу үҙәге директоры, “Мәшғүллеккә ярҙам итеү” федераль проектына ярашлы, хеҙмәткәрҙәрҙе бушлай уҡытыу буйынса мәғлүмәт бирәсәк. Ошо һылтанма буйынса инеп, төплө өҫтәмә белешмә алыу мөмкинлеге бар: https://mega.ru/landing/job-fair/ufa/

Шулай уҡ сауҙа үҙәгенең персоналды үҫтереү буйынса етәксеһе Екатерина Андреева һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирәсәк. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-987-62-48-487. E-mail: ekaterina.andreeva@ingka.com 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ: хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән һанлы технологияларҙы, платформалы ҡарарҙарҙы файҙаланыу менән; хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенә ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи, административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу, шулай уҡ һөҙөмтәһеҙ эш урындарын алмаштырыу юлы менән.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас