Милли проекттар
20 Сентября 2021, 04:30

Һанлы ҡултамғаны – бушлай!

Эшҡыуарҙар электрон һанлы ҡултамға ғына түгел, хеҙмәт операторынан техник ярҙам да аласаҡ.

Һанлы ҡултамғаны – бушлай!Һанлы ҡултамғаны – бушлай!
Һанлы ҡултамғаны – бушлай!

Башҡортостан Республикаһының “Минең бизнесым” үҙәге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә йүнселдәрҙән электрон һанлы ҡултамғаны эшләүгә ғаризалар ҡабул итә.

 – Иҡтисадты һанлы йүнәлештә үҙгәртеү процестары мәғлүмәт системаларын камиллаштырыу менән бергә үҫешә. Дәүләт ярҙамы сараларын һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше институттары хеҙмәттәрен һанлаштырыу уларға эйә булыуҙы тиҙләтә һәм уңайлы итә. Шул уҡ ваҡытта электрон ҡултамға эшҡыуарҙар өсөн дәүләт хеҙмәттәрен “һанлаштырыу”ҙың мөһим өлөшө булып тора һәм уларҙың күбеһенән ситтән тороп файҙаланыу мөмкинлеген бирә, - тип белдерҙе республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.  

Эшҡыуарҙар электрон һанлы ҡултамға ғына түгел, хеҙмәт операторынан техник ярҙам да аласаҡ. Электрон һанлы ҡултамға оператор тәҡдим иткән ҡорамалға ла яҙыласаҡ. Дәүләт ярҙамының был төрөнән файҙаланыу өсөн “Минең бизнесым” төбәк үҙәгенә шәхсән мөрәжәғәт итергә йәки 7 (347) 224-99-99 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Артабан хеҙмәт күрһәтеү операторы менән эшләйәсәкһегеҙ. Бирелгән электрон ҡултамға һаны сикле.

Нимә ул электрон һанлы ҡултамға? Ул – ғәҙәттәге ҡултамға ише. Мәҫәлән, электрон сауҙа ваҡытында, ситтән тороп документтар тапшырғанда кәрәк. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты иһә 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас