

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡорт дәүләт университеты быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектына ингән “Һөнәри белем биреү учреждениеларындағы матди-техник базаның заманса талаптарға яуап биреүен тәьмин итеү маҡсатында уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү” нигеҙендә матди-техник базаны яңыртыуға федераль ҡаҙнанан субсидия рәүешендә грант алғайны.
Ошо көндәрҙә университеттың Бөрө филиалында Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө булған “Социаль өлкә” йүнәлеше буйынса дүрт оҫтахана асылды. Уларҙың барыһы ла тейешенсә йыһазландырылған. Оҫтаханалар “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау”, “Бәләкәй кластарҙа уҡытыу”, “Социаль эш”, “Физик культура, спорт һәм фитнес” кеүек йүнәлештәр буйынса эшләй.
Әйткәндәй, республикала “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектына ярашлы, урта һөнәри белем биреү өлкәһе лә яңыртыла. Быйыл ошо проект буйынса колледждарҙың инфраструктураһы үҙгәртеп ҡорола. 2024 йылға илебеҙҙе заманса, шул иҫәптән Worldskills стандарттары буйынса йыһазландырылған биш мең оҫтахана асыу күҙаллана.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: education.bashkortostan.ru/presscenter/news/395297/
Сығанаҡ: education.bashkortostan.ru/presscenter/news/395297/