

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Бүздәк үҙәк район дауаханаһында үпкә флюорографияһы өсөн өр-яңы рентген аппараты эшләй башланы. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыу буйынса төбәк программаһы сараларына ярашлы һатып алынды. Ике эш урыны булған “Диаком” һанлы комплексының хаҡы – 11 миллион һумдан ашыу.
– Яңы техника эске ағзаларҙы сифатлы итеп төшөрөү, мәғлүмәтте Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына индереү мөмкинлеген бирә, – тине һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева. – Ҡулайлама хәүефһеҙ, нур баҫымы ла түбәнерәк, өҫтәүенә тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен анализлау өсөн заманса программалар менән тәьмин ителгән.
Мәғлүм булыуынса, быйыл федераль ҡаҙна аҡсаһына нур терапияһы өсөн 370 миллион һумдан ашыуға 44 берәмек ҡорамал һатып алынған.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/394869/
Сығанаҡ: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/394869/