

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлыҡтарын арттырыу. Был милли проекттар 2019 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указынан һуң старт алғайны.
Әбйәлил районында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә быйыл Асҡар ауылындағы Төньяҡ биҫтәһенең Урал батыр урамында йәмәғәт урыны – “Төньяҡ балҡышы” ял һәм мәҙәниәт паркы төҙөкләндерелә.
Сираттағы күсмә ултырыш мәлендә төҙөлөштөң тамамланыу ваҡыты тикшерелде. Подрядсы ойошма “Анир” яуаплылығы сикләәнгән йәмғиәте эштәрҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса тамамларға йыйына.
Паркта балалар һәм спорт, атап әйткәндә, баскетбол майҙансыҡтары эшләйәсәк. Тротуар плитәһе, асфальт түшәү эштәре тамамлана, биләмә төҙөкләндерелә. Балалар майҙансығы йомшаҡ япма менән ҡапланасаҡ, паркка яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыласаҡ.
Киләһе йыл Асҡарҙа “Ҡурай” ял һәм мәҙәниәт паркы төҙөкләндереләсәк. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фуат Махийәнов әйтеүенсә, был ике парк сафҡа инеү менән Төньяҡ һәм Көнсығыш биҫтәләре халҡы ғаилә һәм балалар менән ял итеү, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген аласаҡ.
Фото: Ф. Махийәновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан