

Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем Демографик сәйәсәт концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса яңы план ҡабул ителде. Үҙенең күрһәтмәһе менән уны Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин раҫланы.
Планда ете бүлек ҡаралған. Иң күләмлеһе бала үҫтергән ғаиләләргә, тыуымды арттырыуға ҡағыла. 2024 йылға бер генә ғариза нигеҙендә йәиһә ғариза яҙмайынса ла ғаиләләрҙең 60 проценты социаль ярҙам сараларын аласаҡ. Балалар тыуғанда дәүләттән ярҙам алыусылар һаны был ваҡытҡа 2,26 миллионға етәсәк.
Әсәләр һәм сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән саралар ҙа ҡаралған: репродуктив сәләмәтлекте яҡшыртыу, ғаилә ҡиммәтәрен һаҡлау, әүҙем оҙайлы ғүмерҙе арттырыу. Пландағы ике бүлек өлкән йәштәгеләрҙең, производствола эшләгәндәрҙең сәләмәтлеге мәсьәләләренә арналған. Документта шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен дәртләндереү, физкультура һәм спортҡа ылыҡтырыуға йүнәлтелгән саралар ҙа бар.
“Беҙ тәү тапҡыр ошондай комплекслы документ ҡабул иттек. Унда өр-яңы саралар һәм механизмдар тормошҡа ашырылғандары менән берләштерелгән,” – тине Михаил Мишустин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.