Милли проекттар
21 Сентябрь 2021, 06:45

Ауылда йүнселлекте үҫтереүгә – 620 миллион һум

Былтыр фермерҙар 27,1 миллиард һумлыҡ продукция етештергән.

Ауылда йүнселлекте үҫтереүгә – 620 миллион һумАуылда йүнселлекте үҫтереүгә – 620 миллион һум
Ауылда йүнселлекте үҫтереүгә – 620 миллион һум

“Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формалары төбәктә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләмен арттарыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә” – тине Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә. Былтыр фермерҙар 27,1 миллиард һумлыҡ продукция етештергән. Быйыл республикалағы дөйөм ауыл хужалығы продукция күләмендә хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларының өлөшө 15 процентҡа етеүе көтөлә.

Илшат Фәзрахманов ауылда йүнселлекте системалы үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы телгә алды. Уларҙы тормошҡа ашырыуға 620,1 миллион һум аҡса бүленә. Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проекты нигеҙендә ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын, компетенция үҙәктәрен үҫтереү йәһәтенән сара күрелә, “Агростартап” программаһы уңышлы эшләй. Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына “Агропрогресс”, “Ғаилә фермалары”, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү программалары буйынса грант бирелә. Улар ҙа ярҙамдың һөҙөмтәле алымын тәшкил итә.  Баймаҡ, Әлшәй, Миәкә, Әбйәлил, Ғафури райондары грант программаларында әүҙем ҡатнаша.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/395356/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/153600

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас