

Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты нигеҙендә уҙғарылған “Милләт кросы-2021” бөтә Рәсәй йүгереү көнө саралары ойошторолдо.
Был көндә сәләмәт тормошто үҙ иткәндәрҙең барыһы ла – уҡыусылар, уҡытыусылар, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар стартҡа баҫты. Сара программаһында төрлө арауыҡҡа йүгереү ҡаралғайны.
– "Милләт кросы” – ябай сара түгел, ә дөйөм Рәсәй күләмендәге социаль әһәмиәтле ваҡиға ла. Уның төп маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау, халыҡты, айырыуса йәштәрҙе физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә әүҙем ҡатнаша. Стартҡа баҫҡандар һаны йылдан-йыл арта. Әлеге сара физик әҙерлектең иң ябай төрөн тәшкил иткән йүгереү байрамына әүерелде, – тине Бөрйән районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Ирек Шәмиғолов.
Байрам еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/153783
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/153783