Милли проекттар
21 Сентября 2021, 07:45

Ниндәй һөнәргә ихтыяж ҙур?

2017 – 2020 йылдарға ошондай мәғлүмәттәрҙе Башҡортостанстат биргән.

Ниндәй һөнәргә ихтыяж  ҙур?Ниндәй һөнәргә ихтыяж  ҙур?
Ниндәй һөнәргә ихтыяж ҙур?

Һуңғы дүрт йылда Башҡортостанда йәшәүселәр араһында хеҙмәт өлкәһендә күмәртәләп һәм берәмтәләп сауҙа итеү, автотранспортты һәм мотоциклдарҙы ремонтлау  тармағы иң популяр булып ҡала. 2017 – 2020 йылдарға ошондай мәғлүмәттәрҙе Башҡортостанстат биргән.

Шулай итеп, рәсми статистикаға ҡарағанда, эшкәртеү етештереүе популярлыҡ буйынса икенсе урынды яулаған. Был өлкәлә 241,8 мең йәғни 15,2 процент кеше эш менән тәьмин ителгән.

Артабан төҙөлөш (9 процент йәки 143,3  мең кеше), мәғариф (7,8 процент йәки 124,1 мең кеше), һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр (6,9 процент йәки 109,4 мең кеше), ауыл, урман хужалыҡтары, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ (6,9 процент йәки 109,3 мең кеше), транспортировкалау (6,4 процент йәки 101,1 мең кеше).

Мәҙәниәт, спорт, хеҙмәттәрҙе ойоштороу һәм страховкалау эшмәкәрлегендә 1,3 процент йәки 21,1 һәм 21,2 мең кеше йәлеп ителгән. Һыу менән тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы ташыу һәм үтилләштереү менән 1 процент йәки 15,6 мең кеше шөғөлләнгән.

Граждандарҙың эш менән тәьмин ителеше - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты бурыстарының береһе.

Фото: bfmspb.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас