Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь 2021, 10:30

Бурыс – 130 предприятиены проектҡа йәлеп итеү

Башҡортостан – милли проект сараларын тормошҡа ашырыу буйынса алдынғыларҙың береһе.

Бурыс – 130 предприятиены проектҡа йәлеп итеү
Бурыс – 130 предприятиены проектҡа йәлеп итеү

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республика Хөкүмәте йыл аҙағына тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына төбәктәге 130 предприятиены йәлеп итергә ниәтләй. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

– Республика Хөкүмәте дөйөм иҡтисад системаһы һәм, әлбиттә, һәр предприятие эшмәкәрлегендә һөҙөмтәлелеккә өлгәшеү бурысын ҡуя, шуға күрә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты беҙҙең өсөн өҫтөнлөктәрҙең береһен тәшкил итә. Әле беҙҙә 117 предприятие милли проектта ҡатнаша, ә план буйынса 90 компания булырға тейеш. Ҡуйылған бурысты өстән бер өлөшкә арттырып үтәйбеҙ. Быйылға алдыбыҙға тағы ла ҙурыраҡ бурыс ҡуябыҙ – 130 предприятиены проектҡа йәлеп итеү, – тине Рөстәм Моратов.

Беренсе вице-премьер әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостан – милли проект сараларын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында алдынғыларҙың береһе, ә республиканың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге илдең 45 төбәгендәге үҙәктәре араһында иң яҡшыһы булды һәм беренсе урынды яуланы. Әйткәндәй, республика милли проектта ҡатнашҡан предприятиелар хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу йәһәтенән дә алдынғылыҡты бирмәй.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: