Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь 2021, 17:30

Диагноз ҡуйыуҙы тиҙләтә

Туберкулезды һәм ямаш шештәрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итәсәк...

Диагноз ҡуйыуҙы тиҙләтә
Диагноз ҡуйыуҙы тиҙләтә

Краснокама дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың  тәүге звеноһын яңыртыу төбәк программаһына ярашлы, һанлы флюорограф аппараты  алды. Ҡорамалды урынлаштырғандар, монтажлағандар һәм тест үткәргәндәр. Яңы аппарат ҡулланыу өсөн ябай һәм сирҙәрҙе диагностикалауҙы тиҙләтә, ти табиптар.

Яңы ҡорамалда табип-рентгенолог Наил Иғтисламов эшләй. Аппарат ҡуйылғандан алып 600 пациент тикшереү үткән.

– Һүрәттәрҙе һанлы эшкәртеү уларҙы электрон рәүештә архивлаштырырға мөмкинлек бирә. Флюорографты күбеһенсә күкрәк ситлеге органдарын тикшереү өсөн файҙаланалар. Туберкулезды һәм ямаш шештәрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Роза Яхина.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: