Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь 2021, 11:30

Яңы автоклуб әүҙем эш башланы

Өлкәндәр көнөнә арналған “Алтын көҙ” автойөрөшө иң сағыу ваҡиға буласаҡ.

Яңы автоклуб әүҙем эш башланы
Яңы автоклуб әүҙем эш башланы

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районында өр-яңы автоклуб эшләй башланы. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы һатып алынды.

Автоклубтың тәүге күсмә концерт программаһы 15 сентябрҙә Рязановка ауылында музей экспозицияһы асылыу айҡанлы Рус мәҙәниәте көнөнә арналды. Ошо уҡ көндә кис автоклубта ирекмән табиптар коронавирустан вакцинациялау буйынса халыҡ менән ағартыу эше үткәрҙе.

Иртәгәһенә Башҡорт мәҙәниәте көнө айҡанлы концертты Мырҙаш ауылы халҡы ҡараны. Автоклуб шулай уҡ Айгөл ауыл Советында ГТО комплексы эстафетаһында ҡатнашты. 17 сентябрҙә Наумовка ауылындағы паркта автоклуб спорт марафонын дауам итте, Бөтә Рәсәй йүгереү көнөнә арналған “Милләт кросы”на йәлеп ителде.

Иртәгәһенә район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективы Стәрлетамаҡ районы буйлап гастролгә юлланды. Күп йүнәлешле күсмә мәҙәни үҙәк нигеҙендә клубтары булмаған ауылдар халҡы өсөн “Көҙ буяуҙары” тигән концерт булды. Артистар Байраҡ, Яңы Отрада, Мариинский ауылдарында булды.

Автоклуб октябргә программа төҙөп тә ҡуйған. Өлкәндәр көнөнә арналған “Алтын көҙ” автойөрөшө уның иң сағыу ваҡиғаһы буласаҡ.

 

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/395513/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: