Милли проекттар
23 Сентябрь 2021, 10:30

“Беҙҙе унда йәнә көтәләр”

3-сө балалар стоматология поликлиникаһының теш табиптары Ҡариҙел районына юлланды.

“Беҙҙе унда йәнә көтәләр”“Беҙҙе унда йәнә көтәләр”
“Беҙҙе унда йәнә көтәләр”

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының теш табиптары “Толпар” күсмә стоматология комплексында Ҡариҙел районына юлланды.

Район үҙәгенән 120 километр алыҫлыҡта ятҡан Кирҙә ауылында улар балаларҙың тешен тикшерҙе, ауыҙ гигиенаһы буйынса сәләмәтлек дәрестәре үткәрҙе.

– Беҙҙең бригада күрше Әтнәш ауылы балалырының да тештәрен ҡараны. Ике көн эсендә 78 кешенең теше дауаланды, – тине медицина ойошманың баш табибы Римма Ғәниева. – Балаларҙың ата-әсәләре бик ҡәнәғәт ҡалды, беҙҙе унда йәнә көтәләр.

Мәғлүм булыуынса, сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолдо.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/396149/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/155295

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас