

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө өсөн яраҡлы участкалар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һәр кем ҡарай ала.
Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республика Хөкүмәте менән Росреестр араһында бергә эшләү тураһында килешеү төҙөлдө.
– Килешеү сиктәрендәге мәғлүмәт йәһәтенән бергә эшләү граждандарҙың төҙөлөш өсөн яраҡлы биләмәләр һәм ер участкалары тураһындағы мәғлүмәтте асыҡ кадастр картаһына урынлаштырыу өсөн кәрәк, - тип хәбәр итте ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. – Был килешеү сиктәрендә торлаҡ төҙөлөшө өсөн потенциалы булған 10 биләмә тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Әле тағы ошондай 23 ер участкаһы тураһында мәғлүмәттәр әҙерләнә.
“Асыҡ кадастр картаһы” сервисында кешенең үҙе һәм һайлап алынған ер участкаһы тураһындағы мәғлүмәттәр автоматик рәүештә республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығына ебәрелә. Бер көн эсендә ғариза яҙған кешенең почтаһына мәғлүмәтәрҙең алыныуы һәм уны ҡарау ваҡыты тураһындағы хат килә.
Фото: pravitelstvorb.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан