Милли проекттар
23 Сентябрь 2021, 09:30

Мәскәүҙән автоколонна килә

Экология көнө “Торатау” конгерсс-холы алдындағы майҙанда концерт менән тамамлана.

Мәскәүҙән автоколонна киләМәскәүҙән автоколонна килә
Мәскәүҙән автоколонна килә

Мәскәүҙән 6 сентябрҙә “Таҙа ил 2.0” автойөрөшө башланғайны. Коммуналь техниканан торған автоколонна Волга буйы федераль округының ҙур ҡалалары буйлап өс мең километр юл үтә. Ул Өфөгә 24 сентябрҙә килеп етә.

Автойөрөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Уның барышында байтаҡ саралар планлаштырыла.

3-сө гимназияла асыҡ экодәрес үткәрелә. Уны республиканың бөтә  мәктәптәрендә күрһәтәләр. Дәрестә балалар ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу, “таҙа пластик”, ниндәй төргәктәрҙән баш тартырға кәрәклеге тураһында һөйләйәсәк.

Өлкән класс уҡыусылары өсөн плоггинг-йүгереү планлаштырыла. Унда йәштәр билдәле бер биләмәләге сүп-сарҙы йыя. Студенттар тематик фильм ҡарай, унан һуң эксперттар менән экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса фекер алыша. Экобаскетбол һәм экохоккей уйнағанда ниндәй ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә мөмкин, ниндәйҙәрен эшкәртеп булмауын асыҡлаясаҡтар.

“Торатау” конгресс-холындағы туҡталҡала ойошторолған күргәҙмәлә заманса сүп-сар ташығыстарҙың мөмкинлектәре күрһәтеләсәк. Бынан тыш, “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу саралары тикшереләсәк.

Экология көнө “Торатау” конгерсс-холы алдындағы майҙанда концерт менән тамамлана.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://www.ufacity.info/press/news/417641.html

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/154745

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас