2021 йылдан Ғилми-техник өлкәләге бәләкәй предприятиеларға ярҙам итеү фонды Рәсәй электрон компонент базаһын, электрон һәм радиоэлектрон ҡоролмаларҙы, электрон һәм радиоэлектрон аппаратураны проектлау һәм әҙерләү өлкәһендәге инновация проекттарына грант ярҙамын күрһәтеү комплекслы программаһын тормошҡа ашыра.
Яҡын арала түбәндәге конкурстарға ғаризалар ҡабул ителеү планлаштырылған:
- “Дизайн үҙәктәре – электрон компонент базаһы”. Был конкурс Рәсәй электрон компонент базаһының дизайн үҙәктәре, конструкторҙар бюроһы кеүек бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Еңеүселәр, ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре өсөн бюджеттан тыш 15 процент финанслау булғанда, 50 миллион һумға тиклем грант аласаҡ.
- “Дизайн үҙәктәре – радио электрон аппаратура”. Был конкурс Рәсәй электрон компонент базаһы нигеҙендә приборҙар эшләгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына – дизайн үҙәктәренә һәм конструкторҙар бюроларына – ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Ғаризалар 4 октябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр, бюджеттан тыш 15 процент финанслау булғанда, 25 миллион һумға тиклем грант ярҙамы аласаҡ.
- 2021 йылдың cентябрь-октябрендә “ТехноСтарт” программаһы сиктәрендә яңы конкурстарҙы башлау планлаштырылған. Ул электрон компонент базаһы, радио электрон аппаратура продукцияһын проектлау буйынса дизайн үҙәктәрен ойоштороуға йүнәлтелгән. Еңеүселәр, бюджеттан тыш 10 процент финанслау булғанда, беренсе этапта - 15 миллион, икенсе этапта 20 миллион һум күләмендә грант аласаҡ.
Әйткәндәй, был конкурс Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан