Милли проекттар
24 Сентябрь 2021, 04:30

Иҫкеләре урынына яңылары киләсәк

Оҙаҡламай Хәйбулла, Баймаҡ, Ишембай, Ғафури, Саҡмағош, Өфө, Ҡариҙел, Борай, Яңауыл, Ҡалтасы райондарында модулле конструкциялар ҡороласаҡ.

Иҫкеләре урынына яңылары киләсәкИҫкеләре урынына яңылары киләсәк
Иҫкеләре урынына яңылары киләсәк

Республикала һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы нисек үтәлә, модулле ФАП-тарҙы монтажлау эше нисек ойошторолған? Был хаҡта медицина ойошмалары етәкселәре менән үткәрелгән кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һөйләне.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тармаҡтың тәүге звеноһын яңыртыу  программаһын тормошҡа ашырыу буйынса быйыл да байтаҡ эштәр башҡарылған. 2021-2025 йылдарҙа иҫкеләре урынына яңы объекттар ҡалҡасаҡ, ҡайһы берҙәре үҙгәртеп ҡороласаҡ, капиталь ремонт үткәреләсәк.

– Программаға ярашлы, республикала 490 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөү һәм ике поликлиниканы үҙгәртеп ҡороу  планлаштырыла. Шул иҫәптән быйыл муниципаль райондарҙа ике поликлиниканы, ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһын, һигеҙ капиталь ФАПты төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу, 73 модулле ФАП-ты урынлаштырыу ҡарала, – тине етәксе.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн ер биләмәләре әҙерләнгән. ”Оҙаҡламай Хәйбулла, Баймаҡ, Ишембай, Ғафури, Саҡмағош, Өфө, Ҡариҙел, Борай, Яңауыл, Ҡалтасы райондарында модулле конструкциялар ҡороласаҡ,” – тине Азат Рәхмәтуллин. Киләһе йылда республикала 44 фельдшер-акушерлыҡ  пункты төҙөләсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ”Башинформ”

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас