Милли проекттар
24 Сентябрь 2021, 11:00

Социаль эшҡыуарҙар бүләкләнде

Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләйбеҙ.

Социаль эшҡыуарҙар бүләкләндеСоциаль эшҡыуарҙар бүләкләнде
Социаль эшҡыуарҙар бүләкләнде

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Мәскәүҙә IV Төбәктәрҙең социаль инновациялары форумы үтте. Унда Бөтә Рәсәй социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге проекттар конкурсы лауреаттары бүләкләнде. Еңеүселәр иҫәбендә Башҡортостандан ике социаль проект бар ине. Улар – “С миру по нитке” әйберҙәр банкы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Илиза Долгих” һәм “Пенсионер һөнәрен алмаштыра” (Благовещен ҡалаһы, Әлфиә Ғәлиуллина).

– Әле Башҡортостан Республикаһының социаль эшҡыуарҙар реестрына 316 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты инде, йәғни былтырғы менән сағыштырғанда 123 предприятиеға күберәк. Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләйбеҙ. Беҙҙән алда барған Мәскәү өлкәһендә – 500-ҙән ашыу предприятие. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә социаль предприятиелар дәүләттән ҙур ғына ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә, – тине республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

“С миру по нитке” социаль проекты тормошта ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Әйберҙәр банкы мохтаждарға төрлө кейем-һалым, аяҡ кейеме, һауыт-һаба, кәрәк-яраҡ, йыһаз ҡабул итеү-тапшырыу пунктын тәшкил итә. Банк хеҙмәтенән бик күптәр файҙаланып та өлгөрҙө.

Йәнә бер социаль проект – “Пенсионер һөнәрен алмаштыра”. Әлфиә Ғәлиуллина был проект нигеҙендә Өфөлә һәм Благовещенда “Һеҙҙең бағыусығыҙ” социаль һәм паллиатив ярҙам хеҙмәтен, “Өй эргәһендәге “Тоҙло быу” шифаханаһы” фитоһауыҡтырыу үҙәген асҡан. Бында әүҙемлеген юғалтмаған, эшкә һәләтле пенсионерҙар үҙҙәренең йәштәштәрен ҡарай, яңы һөнәр үҙләштерә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/396584/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас